Өлгөлө ғаилә-ил күрке. Баймаҡ районының Түбә ауылында оҙаҡ йылдар бергә татыу йәшәүсе 13 ғаилә тәбрикләнде. Хеҙмәте һәм тормошо менән хөрмәт ҡаҙанған парҙар хаҡында киләһе яҙмала.
Түбә ауылында йәшәүсе Ғәли һәм Римма Ғибатовтар 1980 йылда ғаилә ҡороп бына инде 45 йыл бергә ҡулға-ҡул тотошоп ғүмер итәләр. Ике бала тәрбиләп үҫтереп, әлеге көндә ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп, тормоштарынан ҡәнәғәт булып йәшәйҙәр.
Түбә ауылында оҙаҡ йылдар бергә йәшәүсе ғаиләләләрҙе тәбрикләү изге йолаға әүерелгән. Өлгөлө парҙар араһында күп бала тәрбиәләүселәр ҙә бихисап. Уларҙың һәр ҡайһыныһы ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша.
Бер-береһен ихтирам итеп, ауырлыҡтарҙы еңеп сығып ғаилә юбилейҙарын билдәләүселәргә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, урындағы ауыл биләмәһе хакимиәте, туғандары, балалары хөрмәт күрһәтте. Тантаналы ҡатнашыусы күркәм парҙар өсөн төрлө уйындар, конкурстар уҙғарылды, бүләктәр тапшырылды. Был сара йәнәшәбеҙҙә лайыҡлы, матур парҙар йәшәүен, ғаилә ҡәҙерен тағы бер тапҡыр күрһәтте.