«Роснефть» продукцияһы – бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре иҫәбендә


«Роснефть»  эшкәртеү һәм нефть химияһы комплексы предприятиелары продукцияһы 2025 йылда «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» Бөтә рәсәй конкурсында еңеү яуланы. «Инновация – 2025», «йыл яңылығы», «алтын йөҙ», «сифат лидеры» номинацияларында туғыҙ  предприятие еңеүсе булды. "Өфөоргсинтез “Алтын йөҙ" почетлы дипломын алды. Жюри эксперттары «Башнефть» комплексының башҡа продукцияһын да билдәләне. «Лауреат» исеменә «Башнефть-Өфөнефтехим» суднолар етештергән яғыулыҡ, «Башнефть-Новойла»ның компрессор майы, каталитик крекинг бензины лайыҡ булды. “Башнефть-УНПЗ"ның мейес мазуты дипломант булды.

Жюри продукцияны стандарттарға, хәүефһеҙлек талаптарына, социаль йүнәлешлелеккә ҡарап баһаланы. Ҡулланыусыларҙың баһаламалары, һатыу күләме һәм башҡа факторҙар ҙа иҫәпкә алынған.

Еңеүселәр ике йыл дауамында продукцияһын ҡулланыусылар өсөн сифат билдәһе булараҡ конкурстың алтын һәм көмөш логотиптары менән маркировкалай ала.