Башҡортостанда «Онкопатруль» проектының тәүге һөҙөмтәләре барланды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш онкологы Андрей Каприн менән яман шеште иртә стадияла асыҡлау, дауалау маҡсатында ойошторолған проект тәжрибәһе менән танышты. Республикала алтынсы йыл эшләгән «Онкопатруль» медицина программаһы буйынса ҙур предприятияларҙа хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығы тикшерелгән, республика район -ҡалаларында табиптар менән консультациялар ойошторолған. Яман шешкә ҡаршы уҙғарылған акцияға республикала эшләгән 300 онколог йәлеп ителгән.

Төбәктә яман шешкә ҡаршы көрәш йүнәлешендә күп яҡлы эш алып барыла. Онкология медицина учреждениелары яңы ҡорамалдар менән тәьмин ителә, табиптар өсөн даими уҡыуҙар ойошторола.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм баш онколог Андрей Каприн республикала яман шеш менән көрәш алып юғары күрһәткестәргә ирешкән тәжрибәле табиптарға рәхмәт хаттары тапшырҙы.