Быйыл Башҡортостан экспортҡа былтырғы менән сағыштырғанда 10 мең тоннаға күберәк иген оҙатҡан

Ситкә сығарыр алдынан уңыш ентекле тикшерелә. Ошондай 482 партия иген Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы контроле аша үткән.

Экспорт өсөн иген ведомствоның Башҡортостандағы һынау лабороторияһы белгестәре тарафынан төрлө күрһәткестәр буйынса тикшерелә. Белгестәр әйтеүенсә, экспертиза һөҙөмтәләре буйынса ауыл хужалығы продукцияһы фитосанитар хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса яуап бирә.