Тантаналы анттан һуң 20 балаға маҡтаулы исемдәр бирелде. Өфөнөң 121-се гимназияһының яңы профилле класы быйыл асылған. Йәш кадеттар 8-се класс уҡыусылары. Мәғариф учреждениеһында бөтәһе дүрт профилле класс ойошторолған, уларҙың өсөүһе сик буйы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йүнәлештәре буйынса. Дөйөм белем биреү программаһынан тыш, кадеттар өсөн көс структураларының буласаҡ белгестәрен әҙерләүгә йүнәлтелгән өҫтәмә һөнәри йүнәлешле программа ла тормошҡа ашырыла. Росгвардияның профилле класын асыу Бөтә Рәсәй әрме сафтарына саҡырылыусылар көнө айҡанлы ойошторолдо. Абруйлы ҡунаҡтар менән бергә сарала Башҡортостандың Росгвардия идаралығы офицерҙары ла ҡатнашты.