Баймаҡ районы ауыл биләмәләрендә район хакимиәте етәкслеге менән осрашыуҙар үтә

Күптән түгел ошондай аралашыу Юлыҡ ауылында ла ойошторолдо. Унда ауыл халҡы үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе күтәрҙе, фекер алышты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов былтырғы йылдан алып һәр биләмәлә планға ярашлы осрашыуҙар үткәрә. Уның төп бурысы-ауыл халҡын борсоған мәсьәләләрҙе аңлау һәм хәл итеү. Баймаҡтан 45 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Юлыҡ ауылы халҡыныңда хәл итәһе эштәре күп.

Баймаҡ районының хакимиәт башлығы Азамат Иҙрисов ауыл биләмәләре һәм урындағы халҡы менән танышыуҙы үҙмаҡсат итеп алды. Етәксе халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе шәхсән тыңлап, ваҡытында иғтибарға алып, ыңғай хәл итергә тырыша.

Йомаш биләмәһендә үткән осрашыуҙа ла халыҡ райондың төрлө өлкә етәкселәре менән яҡын арала һәм киләсәктә хәл итергә кәрәкле проблемаларҙы билдәләне. Өйрәнеүҙе һәм хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр контролгә алынды