Андрей Каприн Өфө табиптары менән бергә ҡатмарлы операция үткәрҙе

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш онкологы Андрей Каприн Өфө табиптары менән бергә ҡатмарлы операция үткәрҙе. Медиктар төркөмө пациенттың быуын төбөнән яман шеш күҙәнәктәрен таҙартып ҡырҡылған урында пластика операцияһын яһаны. Башҡортостанда ойошторолған «Онкопатруль» проекты сиктәрендә яман шешкә ҡаршы көрәштә күп яҡлы эш алып барыла. Проект һөҙөмтәләре менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Ҡатмарлы операция, әммә пациент ышаныслы ҡулдарҙа. Рәсәйҙең баш онкологы Андрей Каприн пациенттың бәүел ҡыуығын һәм балаятҡыны ҡырҡып алып, янбаш төбөн яман шеш күҙәнәктәрен таҙарта. Операцияның икенсе өлөшөндә аҡ халатлылар пластика операцияһын эшләй. Уникаль процедура барышын тиҫтәләгән онкологтар видеобәйләнеш аша өйрәнеп оҫталығын камиллаштыра. Башҡортостанда ойошторолған «Онкопатруль» медицина проекты буйынса Рәсәйҙең иң көслө табиптары тәжрибә уртаҡлашты.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Онкопатруль» проекты һөҙөмтәләре менән танышты. Республикала яман шешкә ҡаршы алтынсы йыл эшләгән медицина программаһы буйынса ҙур предприятиеларҙа хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығы тикшерелгән, республика район -ҡалаларында табиптар менән консультациялар ойошторолған. Күләмле акцияға республикала 300 онколог йәлеп ителгән.

Төбәктә яман шешкә ҡаршы көрәштә күп яҡлы эш алып барыла. Онкология медицина учреждениелары яңы ҡорамалдар менән тәьмин ителә, табиптар өсөн даими уҡыуҙар ойошторола.Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән баш онколог Андрей Каприн республикала яман шешкә ҡаршы көрәш алып барып юғары күрһәткестәргә ирешкән тәжрибәле табиптарға рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күкрәк биҙендә яман шеш, ир-егеттәрҙең енес ағзаларында простата менән бәйле яман шеш иң таралған сирҙәрҙең береһе. Уларҙы иртә стадияла дауалай башлау пациенттарҙың ғүмерен ҡотҡарырға һәм йәшәү сифатын яҡшыртырға ярҙам итә. Шуға ла табиптар хәүефле билдәләре барлыҡҡа килгәнгә тиклем медицина тикшереүе үтергә кәңәш итә.

Ф.Ким