Республика хәрби комиссариатында һалдаттарҙы оҙатыу тантанаһы үтте. 160 егет Байкал аръяғында ҡоро ер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Быйыл көҙ 3 мең ярым егет Ватан һағына алына. Яҙғы саҡырылыш менән бергә дөйөм алғанда 9 меңдән ашыу тирәһе кеше һалдат шинеле кейәсәк. Көҙгө саҡырылыш 1 октябрҙән 31 декабргәсә дауам итә. Республика төбәктәрендә 69 хәрби комиссариат эшләй. Тағы ла ике эшелон оҙатыу ҡаралған. Саҡырылыш заманса форматта- башлыса электрон рәүештә берҙәм дәүләт хеҙмәттәре аша тормошҡа ашырыла.