Башгидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, иртәгә республикала аномаль йылы һауа торошо көтөлә. Температура норманан 6-8 градусҡа юғарыраҡ була. Синоптиктар күҙаллауынса температура Өфө-Дим аэрология станцияһында бынан 15 йыл элек теркәлгән рекордты уҙыр тип күҙаллана. Яуым-төшөм көтөлмәй, көслө ел сығыуы мөмкин. Йәкшәмбе көн һыуыта, ямғыр яуа. Айырым райондарҙа урыны менән епшек ҡар яуа, ағастарға һәм сымдарға ҡар һырыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. 16 ноябрҙән республикала ваҡытлыса ҡар ята.