Башҡортостанда диабет осраҡтары арта: белгестәр сирҙең йәшәреүен билдәләй

Бөгөн-Бөтә донъя диабетҡа ҡаршы көрәш көнө. Рәсәйҙә йыл һайын ойошторолған махсус аҙналыҡ «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә үткәрелә. Уның барышында диабетты иҫкәртеү һәм дауалау, дөрөҫ туҡланыу, физик әүҙемлек мәсьәләләре яҡтыртыла. Республикала шәкәр сире менән йыл һайын ун меңләп ауырыу теркәлә. Белгестәр сирҙең йәшәреүен билдәләй. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Арсенийҙың буш ваҡыты юҡ. Ул гел эҙләнеү өҫтөндә. Шахматҡа ла осраҡлы килмәгән. Ябай ҡыҙыҡһыныуҙан башланған уйын бөгөн уның яратҡан шөғөлө. Тағы ла ҙурыраҡ кимәлгә күтәрелергә кәртәләр ҡамасаулай. Шулай ҙа каскадер булыу хыялынан баш тартмаған.

Улыбыҙ тиҫтерҙәренән ҡалышмай. Уҡыуҙа ла, спортта ла һынатмай. Тик диабет үҫмергә ныҡлап үҫешергә ирек бирмәй. Шәкәр кимәлен көнөнә 7-8 тапҡыр үлсәп торабыҙ. Хатта, төндә лә тикшерергә мәжбүрбеҙ. Инсулинға бәйлебеҙ, шуға ла ул нимәлер ашар алдынан һәр ваҡыт мөһим процедура эшләргә мәжбүр.

Аида Макаренко, Арсенийҙың әсәһе

Белгестәр шәкәр сиренең йәшәреүен билдәләй. Быны статистика мәғлүмәттәре лә дәлилләй. Шуға ла аҡ халатлылар диспансер тикшереүҙе ваҡытында үтеү яҡлы.

Шәкәрҙең ҡандағы нормаһы 3,3-5,5 ммоль/л булырға тейеш. Диабеттың 10-12 сәбәбе бар. Бала саҡтан вирус инфекциялары менән йыш ауырыу, ашҡаҙан аҫты биҙе елһенеүе сиргә килтерә. Шулай уҡ кәүҙәләге артыҡ ауырлыҡ та диабетҡа беренсе аҙым. Дөрөҫ туҡланмау, ваҡытһыҙ ашау ҙа-сирҙең сәбәбе. Оҙаҡ ваҡыт күпләп татлы аҙыҡ ашағандарҙың да ашҡаҙан аҫты биҙенә ауырлыҡ төшә. Кешеләргә хәрәкәт етешмәй. Насар ғәҙәттәр ҙә сиргә этәргес булып тора.

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында Бөтә донъя диабетҡа ҡаршы көрәш көнөнә бәйле махсус аҙналыҡ ойошторолдо. Уның барышында пациенттар сәләмәтлеккә бәйле лекциялар тыңланы, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алды. Иң мөһиме сирҙе ваҡытында асыҡлау. Шуға ла белгестәр һаулыҡҡа иғтибарлы булырға саҡыра.

Азат Ғәлиуллин