Хәйриә проектына 2023 йыл «Китап байрам» фестивалендә Радий Хәбиров менән Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский старт биргәйне. Акция барышында теләгән һәр кем мохтаждар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары, мөмкинлектәре сикләнгәндәр исемендә матбуғатҡа яҙыла ала. Проектҡа Сириус -23 экспериментында ҡатнашыусы яҡташыбыҙ Анжелика Парфенова ҡушылды. Алыҫ Көнсығыштың граждандар авиацияһында икенсе пилот булып эшләгән Стәрлетамаҡ ҡыҙы 366 көн айға осош шарттарына яраҡлаштырылған ябыҡ бүлмәлә йәшәгән. Әле ул йыһангирҙар төркөмөнә эләгеү өсөн һынау үтә.