Республика Башлығының Башҡортостан халҡы менән тура бәйләнештәге диалогы быйыл да йәнле барҙы.Төбәк етәксеһенә хатта Өфөлә йәшәгән кескәй тамашасы ла һорау бирҙе. 5 йәшлек Солтанморат Ғиззәтуллин башҡортса йәнһүрәттәрҙе күберәк ҡарарға теләк белдерҙе. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Солтанморатҡа ни бары биш кенә йәш.Ул бик зирәк һәм доньяны танып- белергә ынтыла.Өс бесәй, көлдөргөстәр тураһындағы йәнһүрәттәрҙе ул яҡшы белә. Ә күңеленә иң яҡыны динозаврҙар хаҡындағыһы.
Ҡыҙыҡһыныусан малай үҙен борсоған мәсьәләне тура эфирҙа ишеттереү мөмкинлеге хаҡында радио тулҡындарынан ишетә.Әсәһе әйтеүенсә Солтанморат республика етәксеһенә башта Затон күпере буйынса өлкәндәрсә етди һорау бирергә теләй.Әммә ата-әсәһенең кәңәшен тотоп, балаларға ҡағылышлыһына туҡтала.
Малайҙың ата-әсәһе ижади һөнәр эйәләре..Атаһы Динар Ғиззәтуллин -Башҡорт дәүләт филармонияһының милли музыка ҡоралдары оркестры ҡурайсыһы,әсәһе ҡурсаҡ театры артисы. Солтанморат концерт, тамашаларҙың береһен дә ҡалдырмай.3 йәшендә ул оркестр менән дирижерлыҡ итһә, 5 йәшендә Башҡортостан Башлығына тура бәйләнешкә сыҡты.
Радий Хәбиров бәләкәстең һорауын яуапһыҙ ҡалдырманы.Өҫтәүенә, республика Башлығы Солтанморатҡа Яңы йылға матур бүләк тапшырасағы хаҡында ла әйтте.
Ғаилә өйҙә тик башҡортса ғына һөйләшә Был Солтанморатҡа тыуған телдә иркен аралашырға ярҙам итә. «Юлдаш» радиоһын тыңлауы, «Тамыр» балалар телеканалын тапшырыуҙарын ҡарауы, төрлө викториналарҙа әүҙем ҡатнашыуы Башҡортостан Башлығына һорауын яҙҙырғанда ҡыйыулыҡ өҫтәгән.
Башҡортостан Башлығы менән тура эфир власть һәм халыҡ араһындағы йылы һәм ышаныслы күңел күпере.Ул формаль түгел, ә кешелекле һәм йәнле аралашыу..Республика халҡынан килгән 6 меңдән ашыу мөрәжәғәт араһында хатта бала тауышы ла ишетелде һәм иғтибарға алынды.
Гүзәл Борханова