Әбйәлил районында ат-спорт клубында шөғөләнеүсе балалар уҡ атырға өйрәнә башланы

«Башҡорт аты» Халыҡ-ара фестивалендә призлы урындар яулаған һыбайлылар Әлшәй районында үткән ярыштарҙа ла яҡшы күрһәткестәргә ирешкән. «Юрға» ат спорты клубында балалар һыбай йөрөргә һәм уҡ атырға бушлай өйрәнә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Нуриман Хәйруллин балаларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аңлата. «Юрға» ат-спорт клубында шөғөлләнеүселәр күптән һыбай йөрөй белә, хәҙер улар уҡтан атырға өйрәнә. Был дәрестә ат өҫтөндәгеләрҙән өҫтәмә яуаплылыҡ һәм иғтибарлыҡ талап ителә.

Һыбай йөрөп уҡ атыусы балалар яратҡан дәресте көтөп ала. Бында улар тоғро дуҫтарын тәрбиәләп, аралашып сәләмәтлеген нығыта, саф һауала ял итә. Клуб тәрбиәләнеүселәре быйыл «Башҡорт аты» фестивалендә һәм Әлшәй районында ат сабыштарында уңышлы сығыш яһаған.

Юрға ат спорты клубында балалар бушлай шөғөлләнә. Улар өсөн бер нисә йүнәлештә дәрестәр алып барыла һәм киләһе йылға һыбайлылар республика ярыштарында яңы еңеүҙәргә ирешергә ниәтләй.

Ф.Ким