Ишкен һәм Баҙарғол ауылдары араһындағы 4 километр участкала эштәр теүәлләнде. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса быйыл республикала 350 километр юл һәм 1260 погон метрлы яһалма ҡоролма төҙөкләндерелә. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда бер ярым тапҡырға күберәк,тип белдерәләр Юл хужалығы һәм транспорт министрлығынан.