Яугир әсәһенең йорто зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыла

Республика Башлығы менән тура бәйләнешкә Белорет районы Буғанаҡ ауылында йәшәүсе Мөслиха Эшонҡолова мәрәжәғәт иткәйне. Ул өйөнә газ биреүҙе һораны. Радий Хәбиров район хакимиәте башлығына  был мәсьәләне хәл итергә ҡушты. Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов белдереүенсә, “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәте менән килешеү төҙөлгән. Яугир әсәһенең йортона яңы йылға тиклем газ биреү ҡарала. Мөслиха Эшонҡолованың ике улы һәм ейәне махсус хәрби операцияла ҡатнаша.