Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, 20 тонна арпа, бойҙай һәм ҡарабойҙай ярмаһы экспортланған. Республиканың он тартыу предприятиелары быйыл Әзербайжанға, Әрмәнстанға, Грузияға, Ҡаҙағстанға, Төркмәнстанға һәм Үзбәкстанға 25 мең тоннанан ашыу он һатҡан. Был күрһәткес былтырғы осорға ҡарағанда 10 мең 700 тоннаға артҡан. Башҡортостанда алдағы йылдарҙа экспортты үҫтереү маҡсаты ҡуйылған.