Благовещен районында ауылдар мобиль интернетҡа тоташтырыла

Эштәр “Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү” федераль программаһына ярашлы башҡарыла. Быйыл Орловка, Осиповка һәм Иҫке Илек ауылдарында юғары тиҙлекле элемтә булдырылған. Йыл аҙағына Иҫке Надеждин һәм Саннинский ауылдарын интернетҡа тоташтырыу планлаштырылған.