Башҡортостанда Дыуан һәм Баҡалы райондарында «Рәсәйҙә эш» кадрҙар үҙәге филиалдары асылды

Мәшғүллек үҙәктәрен асыу тантанаһында видеобәйләнеш режимында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Дмитрий Платыгин ҡатнашты. Былтыр Рәсәйҙең 12 төбәгендә «Рәсәйҙә эш» кадрҙар үҙәге яңыртылды. Улар араһында граждандарҙы эшкә урынлаштырыу йүнәлешендә Башҡортостан алдынғы төбәктәр исемлегендә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Эльвира Опулькис-«Рәсәйҙә эш» кадрҙар хеҙмәтенең иң яҡшы консультанты. Федераль конкурста еңеүсе хеҙмәткәр баш ҡаланың Орджоникидзе районы буйынса кадрҙар хеҙмәте бүлеге етәксеһе булып эшләй. Һәләтле хеҙмәткәр ай һайын йөҙәрләгән кешегә эшкә урынлашырға ярҙам итә.

Оҙаҡ уйланғандан һуң Рәсәйҙә эш кадрҙар конкурсында ҡатнашырға булдым. Әлбиттә, был еңеү-команда эше һөҙөмтәһе. Хеҙмәттәштәрем документтар йыйырға, мәғлүмәт тупларға ярҙам итте. Мин был үҙәктә ун биш йыл эшләйем, быға тиклем әсәйем ошонда эшләне. Халыҡҡа эшкә урынлашыу эшен артабан дауам итергә теләйем.

Эльвира Опулькис, «Рәсәйҙә эш» кадрҙар үҙәгенең Өфө филиалы бүлеге етәксеһе

Эш эҙләгән граждандарға ярҙам итеү һорауҙарында республика алдынғы төбәктәр исемлегендә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Дмитрий Платыгин видеобәйләнеш режимында Дыуан, Баҡалы райондарында ике «Рәсәйҙә эш» модулле кадрҙар үҙәген асты.

Былтыр Башҡортостан мәшғүллек үҙәктәрен яңыртыу буйынса федераль проекттарҙа ҡатнашты. Уға ярашлы төбәктә иҫәпләнгән 69 кадрҙар үҙәгенең 51-е яңыртылды. Кадрҙар үҙәктәрендә эш эҙәлөүселәргә вакансия табыу, һөнәр үҙләштереү, карьера эшләү йүнәлешендә ярҙам күрһәтелә

Ф.Ким