Тыуған ерҙә көс туплап. Салауат Юлаев исемендәге оператив тәғәйенләнештәге батальон хәрбиҙәре йәнә яуға юлланды. Йола буйынса, «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанға Ватан һаҡсыларының яҡындары, дуҫтары, власть һәм хәрби комиссариат вәкилдәре килде. Республика етәкселеге был юлы ла яугирҙарға уңайлы автобустар бүлгән. Әйткәндәй, махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләүселәр Оборона министрлығы менән контракт төҙөй ала. Хеҙмәттең беренсе йылында уларға 3 миллион 920 мең һум түләнә. Айлыҡ эш хаҡы 210 меңдән алып тәшкил итә. Бынан алда Башҡортостан башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға контракт төҙөгәндә 1 миллион һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең ғәмәлдә булыуын 31 ноябргә тиклем оҙайтты.