Баймаҡ районында мәктәп баскетбол лигаһының муниципаль этап турниры уҙҙы

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса иң көслө баскетболсылар тип Әбделкәрим менән Темәс ауылдары командалары танылды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

«Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында 5 малайҙар йыйылма командаһы үҙ-ара көс һынашты. 11 һәм 12 йәшлек үҫмерҙәр һынатмай, бар тырышлығын һалып ярыша. Уйын бик көсөргәнешле һәм сәмле барҙы.

Ҡаланың 3-сө мәктәбенең спорт залында Темәс, Ярат, Бикеш ауылдарының 3 ҡыҙҙар командаһы беренселек өсөн ярышты. Йәш спортсыларҙың һәр матчы һоҡландырғыс, әммә финал уйындары бигерәк тә мауыҡтырғыс булды.

«Ҡыҙғылт-һары туп» турниры мәктәп уҡыусылары араһында иң яҡшы баскетболсыларҙы асыҡлай. Быйылғы йылда малайҙар араһында көсөргәнешле ярыш һөҙөмтәһендә 1-се урынды Әбделкәрим мәктәбе командаһы яулаһа, ҡыҙҙар араһында Темәс баскетболсылары чемпион булып танылды.