Радий Хәбиров «Ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре: бер өммәт-дөйөм яҙмыш» конференцияһында ҡатнашты

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре: бер өммәт-дөйөм яҙмыш» XVI халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияның пленар ултырышында ҡатнашты.

Сара Тәлғәт Тажетдиндың Шәйех-ул-ислам, Юғары мөфтөй һәм Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты рәйесе итеп һайланыуына 45 йыл тулыуға арнала.

Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты-рухи мәғрифәтселектең иң ҙур үҙәктәренең береһе, тине Башҡортостан башлығы. Тәлғәт хәҙрәт башланғысы менән ислам мәғарифына булышлыҡ итеү буйынса Евразия ассоциацияһы ойошторола, ул туғандаш илдәр мосолмандарының дини идаралыҡтарын берләштерә. Улар менән беҙҙе дөйөм тарих һәм мәҙәниәт, берҙәм традицион ҡиммәттәр бәйләй.

Радий Хәбиров Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты рәйесенә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡты нығытҡаны өсөн Башҡортостандың Почет грамотаһын тапшырҙы.

Күләмле форум донъя төбәктәрендә йәшәүсе төрлө конфессия вәкилдәрен бер майҙанға йыйыҙы. Ҡатнашыусылар өсөн көн дауамында дини темаларға сессиялар, фекер алышыуҙар ойошторола, шулай уҡ килешеүҙәр төҙөү ҡаралған.