Ватанды һөйөү имандан. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында башҡорт батальондарының рухи остазы Хәмзә хәҙрәт Хафизов һәм махсус хәрби операция яугиры Иҙел Солтанов менән уҙғарылған осрашыу шулай тип аталды. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Рүзилә Ғүмәрова дауам итә.
Махсус хәрби операция башланғандан алып имам-ахун Хәмзә хәҙрәт Хафизов һалдаттарҙың, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең рухын нығыта. Ул яугирҙәребеҙҙең кәйефе, йәшәү шарттары, иман менән әхлаҡ, егеттәрҙең батырлығы тураһында һөйләне.
Осрашыуҙа ирекмәндәр рәтенә әүҙем ҡушылған Өфө яғыулыҡ энергетика колледжының Баймаҡ филиалы студенттары ҡатнашты. Махсус операцияла яугирҙәренең кисергәндәре тураһында ҡыҙыҡһынып тыңланы, һорауҙарына йөкмәткеле яуаптар алды.