Һуңғы биш йылда Башҡортостанда янғындарҙа һәләк булыусылар һаны 24 процентҡа, быйыл-уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 4 процентҡа кәмегән.
Статистиканың ыңғай яҡҡа үҙгәрә барыуына ҡарамаҫтан, һалҡындар етеү менән ут ҡорбандары барлыҡҡа килеү хәүефе һиҙелеп арта. Шуға ла янғындарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре Хөкүмәттә уҙған кәңәшмәлә тикшерелде. Премьер-министр Андрей Назаров билдәләүенсә, йылытыу миҙгеле һәр ваҡыт юғары янғын хәүефе менән янай. Үлем осраҡтары ла күберәк көҙгө-ҡышҡы осорға тура килә. Фажиғәләрҙе кәметеү өсөн быйыл Башҡортостанда йәшәүселәргә 40 меңдән ашыу автономлы янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы тапшырылған һәм элек бирелгән 120 меңдән ашыу прибор тикшерелгән.