Унда уҡыусылар видео төшөрөү, роликтар монтажлау, студияла контент булдырыу, тауыш яҙҙырыу студияһында текстар уҡыу һәм башҡа күнекмәләрҙе үҙләштерә ала. Балалар менән уҡытыусылар, саҡырылған мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре эшләй. Улар актерлыҡ оҫталығы, дикция, шулай уҡ сәхнәлә үҙеңде тотоу оҫталығы буйынса дәрестәр үткәрә һәм видеокамеранан ҡурҡыуҙы еңергә ярҙам итә. Коллегабыҙ Даниль Байков та балалар өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе тележурналист һөнәре, шул иҫәптән уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Уҡыусылар ҡунаҡҡа медиакласты күрһәтте һәм тапшырыу өсөн интервью алды.