Башҡортостандың Хәйбулла районы Һамар ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған Салауат Юламанов иҫтәлегенә баскетбол турниры үтте. Турнирҙа Һамар, Маҡан, Өфө һәм Татыр-Үҙәк командалары ҡатнашты. Көсөргәнешле көрәштә Еңеүсе кубогын Һамар командаһы яуланы.
1985 йылда Мәләүездә тыуған Салауат Хәйбулла районы Һамар мәктәбендә уҡый. Мәктәптән һуң Сибай дәүләт институтын тамамлағандан һуң армияла хеҙмәт итә. 2007 йылдан Сорғотта эске эштәр министрлығы системаһында эшләй. 2023 йылдың авгусында ул оборона министрлығы менән контракт төҙөп Ватанды яҡларға китә. Быйыл махсус хәрби операция барышында күрһәткән батырлығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн һәләк булғандан һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә.