Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре: бер өммәт- уртаҡ яҙмыш» XVI халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияның пленар ултырышында ҡатнашты. Мәскәү ҡалаһының ислам мәҙәниәте, фән һәм мәғарифты хуплау фонды ярҙамы менән Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты ойошторған сараға донъя төбәктәренән диндарҙар йыйылды. Күләмле форум Тәлғәт Тажетдиндың Шәйех-ул-ислам, Юғары мөфтөй һәм Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты рәйесе итеп һайланыуына 45 йыл тулыуға арналды. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ентекләберәк.
Ғәҙәттә йәмғиәт тормошо өсөн мөһим ҡануни документтар ҡабул ителгән парламент залында Ҡөръән уҡылды. Йыйылышты Радий Хәбиров та мосолмандарса сәләм биреп башланы.
Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты-рухи мәғрифәтселектең иң ҙур үҙәктәренең береһе, тине Башҡортостан башлығы. Тәлғәт хәҙрәт башланғысы менән ислам мәғарифына булышлыҡ итеү буйынса Евразия ассоциацияһы ойошторолған, ул туғандаш илдәр мосолмандарының дини идаралыҡтарын берләштерә. Улар менән беҙҙе дөйөм тарих һәм мәҙәниәт, берҙәм традицион ҡиммәттәр бәйләй.
Радий Хәбиров Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты рәйесен күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡты нығытҡаны өсөн Башҡортостандың Почет грамотаһы менән бүләкләне.
Үҙ сиратында Юғары мөфтөй Башҡортостан Башлығына Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назаратының «Иман һәм намыҫ» орденын тапшырҙы. Ошо уҡ наградаға Башҡортостан митрополияһының элекке башлығы, Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон лайыҡ булды. Дин һәр кемде тәртипкә һәм әхләҡҡа өйрәтә, ә уның башланғысы- ғаиләнән тип билдәләне баш мөфтөй.
Сығыш яһаусылар Ҡөрьән Кәрим аяттарын тәфсир итеп, һәр мосолмандың изге бурысы-ул үҙ дәүләтенең тоғро улы булыу, ошо илдең сәскә атыуын теләү, тыныслыҡ өсөн хеҙмәт итеү, кәрәк саҡта Ватанды һаҡлау тип билдәләне.
Форумда 12 илдән: Бахрейн, Мысыр, Иордания, Тунис, Төркиә, Ираҡ, Иран, Һиндостан, Сәғүд Ғәрәбстаны, Монголия һәм башҡа дәүләттәрҙән вәкилдәр ҡатнаша.
Республикабыҙҙың баш ҡалаһы Рәсәй мосолмандарының тарихи үҙәге. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла мосолмандарҙы фашизмға ҡаршы берләштергән бөйөк указ Өфөлә ҡабул ителгән тиелде, форумда. Республикабыҙ төбәктәрендә ислам динен нығытыусы саралар йылдан-йыл күбәйә.
Сара барышында «Махсус хәрби операция һәм дин», «Заман матбуғаты һәм дини ойошмалар менән эш итеү алымдары», «Бер өммәт-уртаҡ яҙмыш» секциялары эшләне.
Рәсәй мосолмандар үҙәк диниә назаратының ислам университеты менән Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы араһында килешеү төҙөлдө. Ул ижтимағи-сәйәси темаларға берлектә әсбаптар әҙерләүҙе, теоретик семинарҙар, республикабыҙҙа конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙең көнүҙәк проблемалары буйынса дискуссиялар үткәреүҙе күҙ уңында тота.
Рәмилә Исмәғилева