Үзбәкстандың туҡыма етештереү предприятиеһы Өфөлә үҙ кибетен асты

Халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең башы ғына. Бөгөн Үзбәкстандың туҡыма етештереү предприятиеһы Өфөлә үҙ кибетен асты. Көндәлек ҡулланышҡа тәғәйенләнгән тауарҙар магазинын асыу тантанаһында республика етәкселеге һәм Наманган өлкәһе хакимы урынбаҫары Окибжон Инамов та ҡатнашты.

Үзбәкстандың Наманган өлкәһе менән хеҙмәттәшлек өс йыл элек яңы кимәлгә сыҡты. Радий Хәбиров Үзбәкстанда булып ике яҡтың социаль-иҡтисади үҫеш мөмкинлектәре менән танышты. Еңел сәнәғәт өлкәһендә хеҙмәттәшлектье нығытыу юлдары ла өйрәнелде. Баш ҡалала Үзбәкстандың алдынғы брендының сауҙа нөктәһе барлыҡҡа килеүе лә был йүнәлештәге эштең тәүге аҙымдары.

Наманган өлкәһе предприятиеһы айына ғына 360 тонна тауар етештерә. Продукцияның 80 проценты тиерлек 16 илгә экспортлана. «Мега» сауҙа үҙәгендә асылған кибеттә Үзбәкстандың Башҡортостан менән берлектә эшләгән әйберҙәре лә һатыласаҡ. «Ҡәҙриә»тип исемләнгән таҫтамалдар тап ике яҡ оҫталарының эш өлгөһө. Сифатлы туҡымаларҙың ассортименты етәрлек. Радий Хәбиров тауарҙарҙың хаҡтары менән ҡыҙыҡһынды.