Шаран районы Түбәнге Зәйет төп дөйөм белем биреү мәктәбендә ошо белем усағын тамалаусы махсус хәрби операция яугиры Илназ Ғәниев иҫтәлегенә Герой партаһы асылды.
Илназ Ғәниев махсус хәрби операцияға 2022 йылда өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырылған булған. «Ганджик» ҡушаматлы яугир Донецк халыҡ республикаһында 1219-сы мотоуҡсылар полкы уҡсыһы вазифаһында хәрби бурысын үтәй. Ҡыҙғанысҡа, былтыр августа батырҙарса һәләк була. Илназ Ғәниев үлгәндән һуң «Батырлыҡ өсөн» миҙалы һәм «Батырлыҡ» өсөн ордены менән бүләкләнгән. Герой партаһын асыу сараһында яугирҙың ғаиләһе һәм яҡындары ҡатнашты. Партаны асыу хоҡуғы мәктәп ирекмәндәре Илназ Әхмәтов менән Арыҫлан Хәйруллинға бирелһә, уға тәүгеләрҙән ултырыу хоҡуғына уҡыу алдынғылары Камила Сабитова менән Дарина Ибәтуллина эйә булды. Ошо уҡ көндө мәктәп ихатаһында Илназ Ғәниевҡа иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Герой исеме балар башҡарыуында патриотик йырҙарҙа данланды.