Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының Ҡазанда бер аҙналыҡ гастролдәре тамамланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ижади сәфәр Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы һәм «Росконцерт» тарафынан тормошҡа ашырылған «Ҙур гастролдәр» федераль проекты сиктәрендә үтте. Ошо уҡ ваҡытта Өфөлә Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры сығыш яһаны. Ике республиканың да алдынғы ижади коллективтары тамашасыларға репертуарҙағы иң уңышлы спектаклдәрен тәҡдим итте. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Ҡазан тамашасылары менән аҙна дауамында осрашты. Гастролдәр Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй»е буйынса ҡуйылған сәхнә әҫәре менән асылып, Баязит Бикбайҙың «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһы менән тамамланды.
Классик әҫәр әлегәсә халыҡтың яратып ҡараған тамашаһы булып, төрлө быуын актерҙары башҡарыуында ла репертуарҙағы иң уңышлы спектаклдәр исемлегендә ҡала. Ҡазан тамашасылары ла башҡорт театрының сығышын ҙур ихласлыҡ менән ҡабул итте. Ҡайһы бер спектаклдәргә билеттар ҙа тиҙ арала һатылып бөтә.
Ижади коллектив тамашасы зауығына тап килерҙәй спектаклдәр менән сығыш яһаны. Улар драматургияның бөтә жанрҙарын да үҙ эсенә алды.
Гастролдәрҙе ябыу тантанаһы Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының яңы бинаһында үтте. Татарстан вәкилдәре башҡорт театры сығыштарын юғары баһаланы. Бер төркөм артистар Татарстан Хөкүмәте наградалары менән бүләкләнде.
Ижади коллектив Өфөгә ҡайтыу менән йәнә ныҡлап эшкә тотондо. Йыл аҙағына тиклем актерҙар тамашасы хөкөмөнә ике яңы сәхнә әҫәрен сығарырға иҫәп тота.
Азат Ғәлиуллин