Тыуған яҡ сәләме. Ишембай районынан махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау оҙатылды. Ирекмәндәр көсө менән генераторҙар, дронға ҡаршы юрғандар, йылы кейемдәр, маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары йыйылған. Шәхси посылкалар ҙа бар. Аида Латипова бер йыл элек контракт төҙөп, үҙ теләге менән алғы һыҙыҡҡа юлланған улына ауыл күстәнәсе ебәрҙе.
Гуманитар ылауҙы Маҡар ауылында тыуып үҫкән, бөгөн алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән «Тихий» ҡушаматлы яугир оҙатып барасаҡ. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялын ул файҙа менән үткәргән, хәрби хеҙмәттәштәре мөрәжәғәте буйынса гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашҡан. Ҡаһарман яҡташыбыҙ изге эшкә ҡушылған райондаштарына рәхмәтен еткерҙе.