Башҡортостан йәмәғәт биләмәләре өсөн тауыш биреүҙә Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә

Башҡортостан Рәсәй субъекттары араһында йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн тауыш биреү буйынса беренселәр иҫәбендә. Был турала «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхите» программаһына йомғаҡ яһауға арналған ултырышта билдәле булды. Сарала Салауат һәм Октябрьский ҡалаларында йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү проекттары ла ҡаралды. Киләһе йыл республикала төҙөкләндерелгән яңы 144 объект барлыҡҡа киләсәк. Ултырышта төрлө район-ҡалаларҙан подрядсы ойошмалар һәм ирекмәндәр тәбрикләнде. Йәмәғәт биләмәләре өсөн тауыш йыйыуҙа бөтәһе ете меңдән ашыу ирекмән ҡатнашҡан, һөҙөмтәлә халыҡ үҙҙәре теләгән объекттарҙы һайлай алған.