«Хеҙмәт итәм». Иглин районы Келәш ауылында эшләүсе фермер Салауат Мостафин «Хеҙмәт итәм» бөтә Рәсәй муниципаль премияһына дәғүә итә. Ул «Салауат янында» ирекмәндәр хәрәкәтен ойоштроусы. Эргәһенә ил азатлығы өсөн көрәшеүсе һалдаттарға тылдан ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер теләктәштәрҙе туплаған. Еңеүҙе яҡынайтыусы ирекмәндәр һәм уларҙың етәксеһе менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ҡамыр баҫып туҡмас киҫеүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡулына күҙ эйәрмәй. Улар әҙерләгән ризыҡтар өй аштарын танһыҡ күргән яҡташ-һалдаттарға көс бирәсәк. Яугирҙарға тылдан көслө иңдәрен ҡуйыусылар менән «Скорый» һәм «Арсо» ҡушаматлы яугирҙар ҙа танышып, рәхмәтен белдерҙе.
Сәк-сәк, ҡош телдәре бешереүселәр араһында һалдат әсәләре лә бар. Улар яҡындарының дошманды еңеп, имен-һау әйләнеп ҡайтыуы өсөн йөрәк йылыһын, ҡул көсөн йәлләмәй.
Иглин районында 19 ирекмәндәр штабы эшләй. Келәш ауылында урынлашҡан штаб махсус хәрби операция башланыу менән алғы һыҙыҡтағы егеттәргә тәүгеләрҙән булып гуманитар ярҙам ойоштора. Етәкселәре Салауат Мостафиндың тырышлығы менән ирекмәндәр штабы эшмәкәрлеге элекке мәктәп бинаһында йәйелдерелгән.
Келәштәргә ярҙамға Иглин ауылынан «Изгелек ҡылабыҙ» ирекмәндәр штабы ағзалары ла килгән. Тыуған ер көсөн йыйған боланут һәм башҡа шифалы үләндәр ялан шарттарында яугирҙарҙың рухын күтәрәсәк, ти улар.
Алғы һыҙыҡта үҙҙәре була алмаған, әммә һалдаттарға ярҙам иткән ирекмәндәрҙең маҡсаты изге һәм ябай-«Күмәкләгән-яу ҡайтарған». Улар ныҡышмал һәм берҙәм эш менән һәм кемгә мөһим уртаҡ Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индерә.
Гүзәл Борханова