Мауыҡтырғыс һәм бәрхәт. Уның тауышы төбәктә иң танылғандарының береһе. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Дамир Тайыпов Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһына тәҡдим ителде.
Бындай ноталарҙы алыу уға ауырлыҡ тыуҙырмай. Дамир Тайыпов бала сағынан тиерлек вокал менән шөғөлләнә. Ул Рәсәй һәм халыҡ-ара музыкаль конкурстарҙың даими ҡатнашыусыһы. Үҙенең йырҙарында тыуған республикаһына һөйөү йырлаған артист абруйлы премияға тәҡдим ителә.
Бөгөн ул үҙенең беренсе вокал уҡытыусыһы менән ижади конкурстың баһалама ағзаһы. Ә бит ҡасандыр Дамир үҙе лә сәхнәгә сығыр алдынан оло тулҡынланыу хистәре кисергән.