Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан халҡын дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Кремлдең рәсми сайтындағы документҡа ярашлы, «Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы» исеменә Өфөнән ике кеше лайыҡ булған. Наградалар яҡын арала тантаналы рәүештә тапшырылыр тип көтөлә. Лев Чудновец ҡан тамырҙары хирургы булып өс тиҫтә йыллап эшләй. Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында алып барған эшмәкәрлеген ул фәнни яҡтан да нығытҡан. Медицина фәндәре кандидаты бөгөн дә ғилми эҙләнеүҙәр өҫтөндә.
Рәсәйҙең атҡаҙанған табибына исеменә лайыҡ булыусы Әсхәт Кәримов Республика клиник онкология диспансерының бүлек мөдире. Шулай уҡ медицина фәндәре кандидаты. Анестезиолог-реаниматолог булып ул 40 йылдан ашыу эшләй. Әсхәт Исмәғил улы Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң, йүнәлтмә буйынса Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылы дауаханаһында эш башлай. Туғыҙ йылдан һуң Республика клиник онкология диспансерына урынлаша.