Башҡортостан хирургтары ассоциацияһынан йылдың иң яҡшы хирургына Алтын скальпель. Республика клиник дауаханаһында үткән конференцияла төбәктең иң яҡшы хирургы тип БДМУ клиникаһының онкология бүлеге мөдире,уролог Марат Урманцев танылды. Һәләтле хирургты эш артында беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Тәжрибәле хирург Марат Урманцев эшләгән операциялар ике меңдән аша. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында ул меңәрләгән пациентҡа ярҙам итә. Һәләтле онколог урология йүнәлешендә яман шешкә ҡаршы көрәш алып бара. Бер нисә йыл элек ул Францияла, Страсбург фәнни-үҙәгендә белемен камиллаштырып Да Винчи системаһы буйынса робот-ассистент ҡатнашлығында операциялар үткәрергә өйрәнгән.
Марат Урманцевтың эшмәкәрлеге фәнни хеҙмәт менән тығыҙ бәйле. Марат Фаяз улының авторлығы нда яман шеш темаһы буйынса 62 фәнни статья, ике уҡытыу-методик йыйынтыҡ яҙылған. Өфөлә тәжрибәле онколог-урологҡа «Алтын скальпель» премияһы тапшырылды. Ул 2025 йыл һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы хирург тип танылды.
Онколог Марат Урманцев етәкселегендә йәш табиптар уҡыу программаһын үҙләштерә, яман шеш күҙәнәктәрен юҡҡа сығарыу өсөн операциялар эшләргә өйрәнә.
Флорида Ким