Стәрлетамаҡта яралы яугирҙарҙы госпиталгә алып барған поезд туҡтаны

Санитар составтың ҡала аша үтәсәген урындағы халыҡ бер-береһенә хәбәр итә. Перронға меңдән ашыу кеше килә. Поезд тимер юл станцияһында туҡтағандан һуң, кешәләр пассажирҙарға йылы әйберҙәр, күстәнәстәр һәм посылкалар тапшыра. Ватанды һаҡлаусыларға килтерелгән әйберҙәр һаны шул тиклем күп була, яралыларҙы оҙатып барыусылар бөтә ярҙамды ла ҡабул итә алмай. Шуға ла гуманитар йөк перронда ҡабул ителә. Тупланған ылау һуңынан махсус хәрби операцила ҡатнашыусы яугирҙарға ебәрелә.

Салауаттар ҙа поезда госпиталгә китеп барған яугирҙарҙы сәләмләне. Яралылар менән поезд үтеүе тураһындағы хәбәр сарафан радиоһы ярҙамында бик тиҙ тарала. Тәьҫир йәшен тиҙлегендә була: күптәр геройҙарға ярҙам итеү өсөн тимер юл вокзалына килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, график буйынса Салауатта туҡталыу планлаштырылмай. Әммә машинист, перронда салауаттарҙың йыйылыуын күреп, тиҙлекте кәметә һәм уларҙы өс тапҡыр поезд гудогы менән сәләмләй.