35 йыл закон һәм тәртип һағында. Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең махсус тәғәйенләнештәге «Смерч» отряды шунса ваҡыт республика халҡының тыныслығын яҡлай.
Подразделениеның шәхси составы енәйәт-башҡарыу системаһы объекттарының хәүефһеҙлеген тәьмин итә, шул уҡ ваҡытта улар йыш ҡына хәрби бурыстарҙы ла үтәй. Төбәк идаралығы хеҙмәткәрҙәре Төньяҡ Кавказдағы алыштарҙа бер нисә тапҡыр була, күптәренең махсус хәрби операцияла ҡатнашыу тәжрибәһе бар. Хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең оҫталығын төрлө күнекмәләрҙә лә даими камиллаштырып тора. Сөнки бер «Смерч» яугирын әҙерләүгә өс йылдан биш йылға тиклем ваҡыт китә.