Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова менән осрашты. Яҡтар төбәк өсөн әһәмиәтле бер нисә проектты тикшерҙе. Тәү сиратта Өфө дәүләт циркының яҙмышы. Киләһе йылда бинала ремонт башланыр тип көтөлә.
Реконструкция Рус драма театрында ла кәрәк. Республика бюджеты иҫәбенә генә эштәрҙе башҡарып булмаясаҡ. Әле үҙ көсөбөҙ менән элекке «Еңеү» кинотеатры бинаһы тәртипкә килтерелә. Ул Йәш тамашасы театрына тапшырылды. Әммә бында ла ҡорамалдар һатып алыу өсөн ярҙам кәрәк. Тағы ла бер мөһим мәсьәлә-«Өфө-2» ҡаласығы артефакттары һаҡланасаҡ депозитарий төҙөү перспективалары. Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы менән, илдең башҡа министрлыҡтары кеүек үк, яҡшы, конструктив мөнәсәбәттәр булдыра алдыҡ. Ольга Борисовнаға төбәгебеҙгә ярҙам һәм иғтибар өсөн рәхмәт белдерәм, тине Башҡортостан башлығы.