Күреү һәләтен тергеҙеүҙә заманса алымдар. Быйыл Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында пациенттарҙы консерватив юл менән дауалау ысулдары үҙләштерелә башлаған. Медицина учреждениеһында ҡулланылған терапия мөмкинлектәре һәм ауырыуҙарҙың тәьҫораттары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина яҙмаһы.
Салауат районынан 77 йәшлек Нажиә Ситдиҡова федераль кимәлдә танылыу алған медицина учреждениеһында консерватив дауалау курсы үтә. Өфө белгестәре пациенттың күреү һәләтен тергеҙеү, һаҡлап ҡалыу буйынса саралар планын билдәләгән, көн һайын процедуралар уҙғарыла.
Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты стационарында тәүлек әйләнәһенә өс йөҙгә яҡын пациент дауалау курсы үтә. Уларҙың күп өлөшө хирургик дауалауҙа. Глаукоманан яфаланған Венера Әхмәҙуллина ла операция ярҙамында күреү һәләтен һаҡлап ҡалған. Әле сир билдәләрен бөтөрөү буйынса терапия үтә.
Хирургик дауалауҙан һуң күреү һәләтен һаҡлап ҡалыу-көнүҙәк мәсьәлә. Реабилитация уңышлы үтһен өсөн табиптар күҙәтеүендә булыу мотлаҡ. Заманса ҡорамалдар ярҙамында дауалау курсы үтеү үҙ һөҙөмтәһен бирә. Институт стеналарында офтальмологиялағы күҙәнәкле биотехнология алымдары ла ҡулланыла.
Республиканың төрлө район-ҡалаларынан, күрше төбәктәрҙән килгән пациенттар өсөн институт күптән инде өмөт йортона әйләнгән. Тап бында улар тормошто сағыу төҫтәрҙә күрә башлай.
Медицина учреждениеһында күҙ ауырыуҙарын консерватив дауалауға йүнәлтелгән бүлексә йыл башында ғына асылған. Әлегә ярты меңгә яҡын кеше күреү һәләтен яҡшыртыу буйынса процедура үткән. Пациенттарҙың күбеһе ҡатмарлы операциянан һуң килгән.
Гөлназ Хәйбуллина