Быйыл республикала махсус хәрби операция яугирҙарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙамға бюджеттан 30 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Был турала Башҡортостандың баш федераль инспекторы Александр Окатьев хәбәр итте. Республикала әле алғы һыҙыҡтағыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына булышлыҡ итеү буйынса 50-нән ашыу ярҙам сараһы тормошҡа ашырыла. Төбәктә уларға психологик ярҙам күрһәтелә һәм көнкүреш мәсьәләләре хәл ителә. Мәшғүллек үҙәктәре махсус хәрби операция ветерандарын эш урыны менән тәьмин итә. Шулай уҡ «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһы ла эшләй.