Башҡортостанда ҡайһы бер аҙыҡ-түлек төрҙәре арзанайған

Төбәк статистиктары октябрҙәге үҙгәрештәр тураһында хәбәр итте. Уҙған айҙа йәшелсә, атап үткәндә-башлы һуған менән сөгөлдөр сентябрь менән сағыштырғанда, яҡынса 4 процентҡа кәмегән. Хаҡтар төшкән аҙыҡ-түлек исемлегенә шулай уҡ сусҡа ите, ит консервалары, балыҡ, шәкәр, печенье, макарон һәм башҡа төр продукциялар ингән. Помидор иһә киреһенсә 34 процентҡа ҡиммәләнеп, килограмы 188 һумға еткән. Бынан тыш, төбәктә йомортҡа, һыйыр, һарыҡ, тауыҡ иттәре, һөт, эремсек, балыҡ консервалары, сырҙар, шоколад һәм тағы ла бер нисә ашамлыҡҡа хаҡтар күтәрелгән. Бер үк ваҡытта белгестәр уҙған аҙнала алма, шәкәр, дөгө, колбаса, балалар аҙығы, печенье һәм эремсектең арзнайыуын теркәгән. Мәҫәлән, дөгөнөң хаҡы 18-22 һумға төшкән. Бөгөн Краснодарҙан килтерелгән ярманың килограмын 80 һумға һатып алырға мөмкин.