Гуманитар ылау тәғәйен урынға барып еткән. Район хакимиәте башлығы Салауат Фәтҡуллин ошо турала белдерә. Һалдаттарға ике УАЗ һәм бер “Нива” машинаһы тапшырылған. Ниваны Йосоп ауылынан Фидан Мөхәмәтханов ебәргән. Ил һаҡсылары шулай уҡ маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре, төҙөлөш материалдары һәм шәхси посылкалар алған. Район етәксеһе ярҙам туплауҙа ҡатнашҡан яҡташтарына һәм эшҡыуарҙарға рәхмәт әйткән. “Хәрбиҙәргә Ҡыйғы районының Почетлы гражданы Вәкиф Таһиров ҙур ярҙам күрһәтте. Ул октябрь башында 95 йәшлек юбилейын билдәләне. Тыуған көнө уңайынан бүләк ителгән аҡсаны яугирҙар өсөн тапшырҙы. Был суммаға “КамАЗ” автомобиленә 11 тәгәрмәс һәм газ баллондары һатып алдыҡ. Бөгөн Вәкиф Таһиров мәрхүм”, - тип яҙған социаль селтәрҙә район башлығы.