Өфөлә Президент программаһы буйынса белем алыусылар һаны үҫте

80-дән ашыу кеше халыҡ хужалығы ойошмалары өсөн идара итеү кадрҙарын әҙерләү президент программаһы сиктәрендә белем ала башланы. Уҡытыу Өфө фән һәм технологиялар университетында, шулай уҡ Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында алып барыласаҡ. Юғары уҡыу йорттары вәкилдәре билдәләүенсә, быйыл студенттарҙы ҡабул итеү рекордлы булды-бер урынға ике кеше дәғүә итте. Улар араһында банк хеҙмәткәрҙәре, бизнесмендар, энергетиктар, власть органдары вәкилдәре бар. 28 йыл эсендә Башҡортостанда был программа буйынса ике меңдән ашыу кеше белем алған. Уларҙың күбеһе Европа, Көнсығыш һәм Урта Азия һәм Яҡын Көнсығыш илдәрендә стажировка үткән.