Башҡортостандан Ҡаҙағстанға 5 мең 800 баш юғары продуктив тоҡомло сусҡа оҙатыу планлаштырылған

Әлегә уларҙың тәүге партияһы барып еткән. Башҡорт ит компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, төрлө министрлыҡ-ведомстволар менән берлектә экспорт йүнәлешен йәнләндереү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барылған. Производствола ҡулланылған алдынғы технологиялар ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирә. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Сусҡасылыҡ комплексына инмәйенсә лә, барлыҡ процесты ситтән тороп күҙәтергә мөмкин. Өфө белгестәре райондарҙа урынлашҡан ферма эшмәкәрлеген реаль ваҡытта ҡарап барып, операторҙың ярҙамсыһы ролендә сығыш яһай.

Әле мин программала дежурлыҡ эшен башланым. Өҫтәлмә ысынбарлыҡ күҙлеге кейгән оператор менән бәйләнештәмен. Видео аша беҙ комплекстағы барлыҡ малдарҙы, эш процессын күҙәтә алабыҙ. Талап ителгәндә, сусҡа-бәрәстәргә яҡыныраҡ килеп күрһәтәләр.

Дмитрий Ғәббәсов, компанияның проектлау офисы етәксеһе

Аҡыллы системаны яһалма интеллект менән берләштереү ҡаралған, был, тәү сиратта, автоматик режимда малдарҙың иҫәбен һәм ауырлығын баһаларға, сәләмәтлек торошон күҙәтергә ярҙам итәсәк. Күҙлектәр ярҙамында комплекс эшмәкәрлеген яңы партнерҙарға күрһәтеү ҙә күпкә уңайлы.

Һуңғы ун йылда Ҡаҙағстанға Башҡортостандан ғына түгел, тотош илдән сусҡа малы тәүгә экпортҡа сығарыла. Быға тиклем сикләүҙәр булған. Дөйөм алғанда, Башҡорт ит компанияһының селекция-генетика үҙәгенән был республикаға 5 мең 800 баш сусҡа малы оҙатыу планлаштырылған. Ҡаҙағстан етештереүселәре уларҙы үрсетергә иҫәп тота.

Экспорт эшен йәнләндереү, малдарҙы оҙатыуға аккредитация алыу буйынса яуаплы министрлыҡ-ведомстволар менән берлектә ҙур эш алып барылды. Һөҙөмтәлә республиканың эпидемиологик хәл буйынса имен булыуын раҫланыҡ. Сусҡаларҙы оҙатҡанда ла һауаны таҙартыу буйынса ябыҡ циклы булған махсус йөк автомобилдәре файҙаланыла. Икенсенән, беҙҙең предприятие биохәүефһеҙлектең иң юғары кимәленә тура килә.

Ринат Зәйнуллин Башҡорт ит компанияһы генераль директоры

Башҡортостан ғалимдары менән берлектә сусҡаларҙың селекция-генетика эше лә уңышлы алып барыла. Бынан тыш, предприятиелағы бөтә процестар автоматлаштырылған, контролдә тотола. Малдарҙы ашатыуҙан алып финанс аналитика һәм күҙаллауҙарға тиклем-барыһы ла һанлы платформала теркәлә

Гөлназ Хәйбуллина