Саҡмағош районы 95 йыллығын билдәләй

Бер быуатҡа яҡын юбилейын муниципалитет үҫеш юлында ҡаршылай. Әле ул ауыл хужалығы өлкәһендә алдынғы төбәктәрҙең береһе һанала. Ә уның тырыш халҡы һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, спорт һәм башҡа өлкәләрҙә уңыштарға өлгәшә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Һәр пациентҡа хәстәрлек менән. Был ҡағиҙәгә табип Рөстәм Кашаев утыҙ йыл тоғро. Медицина университетын тамамлағас ул Ҡурған өлкәһенә ебәрелә. Әммә бер нисә йылдан һуң тыуған яғы үҙенә тарта-Саҡмағош районына ҡайтып эш башлай.

Саҡмағош районының 95 йыллыҡ юбилейы уңайынан Рөстәм Кашаев күкрәк билдәһе менән бүләкләнде. Бер залда коллегалары, уҡытыусылар, механизаторҙар һәм фермерҙар йыйылған. Рифғәт Рәҡипов, мәҫәлән, үҙе Саҡмағоштан булмаһа ла, 40 йыл дауамында районға хеҙмәт итә. Ул етештергән ит һәм ярымфабрикаттар республикала ҙур һорау менән файҙалана.

Төрлө ваҡиғаларға ҡарамаҫтан, Саҡмағош районы иҡтисади үҫешкә тос өлөш индереүсе предприятиеларҙы һаҡлап ҡала алған. Тиҫтә йылдар дауамында муниципалитет республикала ауыл хужалығы алдынғыһы һанала. Быйыл ғына аграрийҙар 180 мең тонанан ашыу иген урған. Ер эше һәм кеше хеҙмәте төбәктә һәр саҡ хуплау таба.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы кеүек үк, әле махсус хәрби операция шарттарында ла саҡмағоштар ил һағына баҫа, бәғзеләр фронтҡа ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта заманса торлаҡ, поликлиника төҙөлә, инфраструктура проекттары тормошҡа ашырыла, парктар яңыра. Киләсәктә лә район йылъяҙмаһы яңы исемдәр, изге эштәр һәм иҫтәлекле ваҡиғалар менән байытылырына өмөт ҙур.

Әлфинә Килдейәрова