Бөгөн Ер шарының төрлө ҡитғаларында телевидение хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Был көн 29 йыл элек булдырылған. Хәҙерге ысынбарлыҡта тормошто зәңгәр экранһыҙ, төрлө йүнәлештәге тапшырыуҙарһыҙ һәм яңылыҡтарһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында был өлкәлә йөҙҙәрсә кеше хеҙмәт итә. Ә яңылыҡтарҙа эшләүселәр һәр ваҡыттағыса һөнәри байрамын эш урынында билдәләй. Кадр артында ниҙәр бар? БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева һөйләй.
Яңылыҡтарҙа эшләүсе операторҙар һәр ваҡыт әҙер булырға тейеш. Көтөлмәгән командировкаларға улар өйрәнеп бөткән. Биш минут эсендә йыйынып юлға сығыр өсөн Булат Саҙрыевтың рюкзағы йыйылған, эш бүлмәһендәге шкафта һаҡлана.
Телевизион материал-координатор, хәбәрсе, оператор, водитель, видеоинженер, режиссер һәм мөхәррирҙең уртаҡ хеҙмәт емеше.
Яңылыҡтарҙы халыҡҡа ваҡытында еткереү өсөн эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Мәҫәлән, хәбәрселәр яҙған текстарҙы әҙәби мөхәррир Рәйлә Күсемханова ҡайҙа булыуына ҡарамаҫтан, хатта рулдә саҡта, юлда ла тикшереп ебәрә.
Видеоинженерҙар хатта ун минут эсендә тейешле видео менән ябып сюжетты эфирға әҙерләп бирә. Башҡортостан юлдаш телеканалында яңылыҡтар Синержи программаһында фабрикала йыйыла. Шунда уҡ текстар яҙыла, монтажлана.
Көндөҙгө эфирҙар өсөн Гөлдәриә Йосопова яуаплы булһа, киске эфирҙарҙы Илдар Байбулатов йыя. Сығарылыш мөхәррире үтә лә иғтибарлы булыуы менән айырылып тора.
Режиссерҙар тупланған материалды тикшереп эфирға ваҡытында сығарыу өсөн тырыша. Һәр ваҡыт тура эфирҙа эшләгәс, төрлө хәлдәр килеп тыуыуы мөмкин, әммә үҙ эшенең оҫталары уны телевизор ҡараусыға һиҙелмәҫлек итеп, шыма үткәреп ебәрергә күнеккән.
Махсус хәрби операция башланғандан алып Башҡортостан юлдаш телеканалы хәбәрселәре утлы нөктәгә күп һанлы командировкаларға барып ҡайтты.
Хәрби биләмәлә журналист эше ябайҙан түгел, унда башҡа ҡанундар. Хеҙәттәшебеҙ Рафиҡ Әхмәтшин ике йыл инде Ватан һағында. «Яңылыҡтар» хеҙмәте махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға ярҙам йөҙөнән акция ойоштороп дрон һатып алып ебәрҙе. Был изге эшкә бөтә республика халҡы ҡушылды.
Башҡортостан юлдаш телеканалы-Рәсәйҙә иң яҡшыһы. Был хаҡта республика башлығы Мәскәүҙә студенттар менән осрашыуҙа билдәләне.
Үҙенең һөнәри байрамын ғына түгел, бөтә байрамдарҙы ла яңылыҡтар редакцияһы хеҙмәткәрҙәре эштә үткәрә. Мөһим хәбәрҙәрҙе күп миллионлы аудиторияға шул көндә, сәғәтендә минутында еткерер өсөн.
Рәмилә Исмәғилева