Яңауыл ҡалаһының йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү проекты «Алтын Трезини-2025» халыҡ-ара премияһында еңеп сыҡты. Был турала Радий Хәбиров социаль селтрҙәрендә хәбәр итте. Республика башлығы әйтеүенсә, өс йыл элек ошо уҡ конкурста Белорет ҡалаһының «Офоҡ аша атла» проекты еңеү яуланы. Быйыл иһә Башҡортостан командаһы «Ваҡытлыса һәм даими эшләүсе музей экспозицияһының тормошҡа ашырылған иң яҡшы проекты» номинацияһында алтын диплом алды. Яңауыл үҙәгендә төҙөкләндереү эштәре башҡарылыу сәбәпле, урындағы крайҙы өйрәнеү музейы яңынан эшләй башланы. Ә төҙөкләндереү эштәре «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулап башҡарылды. Музей тирәләй хәҙер тотош бер мәҙәни-мәғариф кластер барлыҡҡа килде. Бик үҙенсәлекле, йәнле проект. Парк, сквер, йәмәғәт урындары, йылға буйҙары халыҡты, туристарҙы йәлеп итеп торорға тейеш. Яңауылда был маҡсаттар тормошҡа ашты, тип яҙа Радий Хәбиров.