«Беҙ бергә» ирекмәндәре яугирҙар өсөн йылы кейемдәр тегеүҙе дауам итә

Тегеү-бәйләү ғәскәрҙәре һәр ваҡыт сафта. «Беҙ бергә» ирекмәндәр үҙәге махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн етештерелгән әйберҙәр күләмен арттыра. Ентекләберәк, киләһе яҙмала.

Баймаҡ районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә ярҙам итеү маҡсатында алып барылған эш туҡтамай. Тегеү-бәйләү ғәскәре ирекмәндәренең дә эше яйға һалынған. Ательела материалдар күпләп ҡырҡыла һәм тегеүселәргә тапшырыла. Кемдер өйҙә, ә кемдер хәрби хәрәкәттәр ветерандарына ярҙам үҙәгендә тегә.

«Беҙ бергә» ирекмәндәре район халҡы йыйған аҡсаға һатып алынған бер материал киҫәген дә әрәм итмәй. Яугирҙарға толстовкалар ғына түгел, ә ойоҡбаш, пледтар, яҫтыҡтар ҙа әҙерләп оҙата.

Ҙур күләмдәге эште атҡарыу өсөн эшсе ҡулдары ла күп кәрәк. Шулай ҙа, күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй тигәндәй, хәҙер инде ирекмәндәр ҙә оҫтарған. Улар дан өсөн түгел, ә еңеү өсөн эшләй.