Өфөлә Рөстәм Шәрипов исемендәге асыҡ республика ҡурайсылар конкурсы үтте

35 йәшкә тиклемгеләр араһында ойошторолған бәйге быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторолдо. Йәштәр араһында милли музыка ҡоралында уйнау традицияларын үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған конкурс шарттарына ярашлы, ҡурайсылар ике көй уйнап ишеттерҙе. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Бөрйән районынан Зөфәр Сәйетбатталов үҙ төбәгенә хас башҡорт халыҡ йырҙарын һайларға тырыша. Әлеге конкурсҡа ла ул киң билдәле булмаған композиция алып килгән. Ошо рәүешле ул башҡорт ижады өлгөләрен танытыуҙы күҙ уңында тота.

Өфөнөң «Атайсал» мәҙәни үҙәге Рөстәм Шәрипов исемендәге асыҡ республика ҡурайсылар конкурсына өс тиҫтәләп бәйгесене йыйҙы. Конкурстанттар ике көй уйнап ишеттерҙе-уларҙың береһе оҙон көй, икенсеһе эстрада талаптарына ярашлы эшкәртелгән музыка әҫәре. Ҡурайсыларҙың күбеһе Рөстәм Шәрипов репертуарындағы көйҙәрҙе башҡарҙы.

Берәүҙәр сәхнәгә күтәрелгән арала, икенселәр әҙерләнде. Оҙаҡ йылдар уйнап-белгән көй булһа ла һәр конкурсант репетиция үткәрҙе. Уҡыусылары өсөн остаздары ла бер борсолдо, йә сәмләнде.

Ниндәйҙер көй өйрәтер алдынан, уның тарихын өйрәнеү, һөйләү ҡурайсының мөһим бурысы һанала. Профессиональ башҡарыусылар өсөн ул мөһим ҡағиҙә.

Тап ошо нескәлектәрҙе жюри ағзалары баһаларға тырышты ла инде. Улар ҡурайсының көйҙөң тарихын белеү-белмәүен шунда уҡ тотоп ала.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, бәйге йәштәр араһында милли музыка ҡоралында уйнау традицияларын үҫтереүҙе, танылған ҡурайсы, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Рөстәм Шәриповтың исемен мәңгеләштереүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Конкурс быйыл өсөнсө тапҡыр үткәрелде. Ошо ваҡыт эсендә сара бик күп башҡарыусыларға юл асты, ҡанат ҡуйҙы. Бөгөнгө конкурс тәбрикләү тантанаһы менән бергә, ҙур концерт программаһы менән тамамланды.

Азат Ғәлиуллин