Өфөлә халыҡ-ара Милли педагогик форум үтте

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторған сара үҙ эсенә 10-дан ашыу конференция, осрашыу һәм түңәрәк өҫтәлде күҙ уңында тота. Форумдың иң абруйлы конференцияһы иҫәпләнгән «Аҡмулла уҡыуҙары» быйыл башҡорт телен донъя кимәленә сығарған шәхестәр Марат Зәйнуллин, Зиннур Ураҡсин һәм Данис Тикеевтың ғилми-педагогик эшмәкәрлегенә арналды.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, «Аҡмулла уҡыуҙары»нда йыл һайын ҙур теләк менән Татарстан, Сыуаш, Алтай һәм Яҡут республикалары, шулай уҡ Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан һәм Төркиә вәкилдәре ҡатнаша. Сығыш яһаусылар видеобәйләнеш аша ла ҡушыла. Быйыл улар 500-ҙән ашҡан. Тәҡдим ителгән фәнни тикшеренеү эштәре ике томлыҡ китапта донъя күрәсәк.

Мин Башҡортостанда тәүгә. Быға тиклем Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары бер нисә тапҡыр беҙгә килгәйне. Берҙәм проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ, монография донъя күрҙе. Уҡыу йортона ингәс тә, бында классик белем бирелеүе, алдынғы ҡарашлы педагогтар әҙерләнеүе күренә.

Галина Захарова, Максим Аммосов исемендәге В Төньяҡ-көнсығыш федераль университеты доценты, филология фәндәре кандидаты